«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәш йырсылар! "Йәшлек-шоу" республика фестивалендә ҡатнашығыҙ!



24.10.2019 Йәш йырсылар! "Йәшлек-шоу" республика фестивалендә ҡатнашығыҙ!

"Йәшлек-шоу — 2019" республика йәштәр фестиваленә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Быйыл фестиваль йәнә иң әүҙем, ижади йәштәрҙе берләштерә һәм иң шау-шыулы, сағыу, дарманлы тамаша булырға вәғәҙәләй!

Шарттарын бирәбеҙ:
- эстрада башҡарыусылары – 16-нан алып 27 йәшкәсә солистар һәм төркөмдәр ҡатнаша ала. Ғаризаларҙы 30 октябргә тиклем фестивалдең рәсми почтаһына ебәрергә кәрәк: yashlek.show2019@gmail.com.
- ғаризала «тере» тауыш менән башҡорт телендәге йырҙың видеоһы; тултырылған анкета; юғары сифатлы өс фотоһүрәт һәм башҡорт телендә яҙҙырылған әҙер йыр булырға тейеш. Төп шарт – йырҙың бығаса яңғырамауы.

Иң яҡшы йырсыларҙы ойоштороусылар Өфөгә тыңлауға саҡыра. Финалсыларҙың береһе «Бәйләнештә» социаль селтәрендә тамашасыларҙың тауыш биреү юлы менән һайлап алына.

«Йәшлек шоу — 2019» гала-концерты 14 ноябрҙә "Башҡортостан" ДКЗ-һында үтәсәк.

Мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50. Фестивалдең «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмө: https://vk.com/yashlek.show2019.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға