«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Зенит” командаһы ла “Локомотив”тың "батырсылығын" ҡабатланы...



24.10.2019 “Зенит” командаһы ла “Локомотив”тың "батырсылығын" ҡабатланы...

Санкт-Петербургтың “Зенит” командаһы Чемпиондар лигаһының өсөнсө төркөм осрашыуында “Лейпциг” (Германия) футболсыларына 2:1 иҫәбенә еңелеп, тәүгә юғалтыу кисерҙе.
Бында ла беҙҙең уйынсылар осрашыуҙы уңышлы башлап, беренсе таймды 0:1, үҙ файҙаһына тамамлай. (Сөнки быға тиклем “Локомотии” та ошо уҡ бәйгелә дәғүәсеһен 1:0 иҫәбенә ота килкп, һөҙөмтәлә 2:1 иҫәбенә еңелә). Тик һуңынан хужалар ике яуапһыҙ гол индереп, “Зенит”ты 2:1 иҫәбенә ота.
Ошо турҙан һуң, “Лейпциг” клубы ете мәрәй менән беренсе булһа, Питер командаһы дүрт мәрәй яулап, үҙ төркөмөндә икенсе урынды биләй.
5 ноябрҙә улар йәнә үҙ-ара Санкт-Петербургта уйнаясаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға