«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мөғжизә менән генә иҫән ҡалғандар



23.10.2019 Мөғжизә менән генә иҫән ҡалғандар

23 октябрҙә Стәрлетамаҡ янында Левашовка ҡасабаһынан алыҫ түгел урында булған юл фажиғәһендә ниндәйҙер мөғжизә менән генә кешеләр иҫән ҡала. «Яндекс.Такси» хеҙмәтенең “Лада Гранта” автомобиле юлдан ситкә сығып, упҡынға төшөп китә. Таксиның водителе һәм пассажиры бәхетле осраҡ арҡаһында ғына зыян күрмәгән. Ә машинаны тәрән соҡорҙан авария хеҙмәте ярҙамында ғына сығара алғандар.
Шаһиттар әйтеүенсә, юл-транспорт фажиғәһендә “Лада Гранта”ның юлын ҡыйыусы “Лада Приора” автомобиле водителе ғәйепле.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Сообщество "Стерлитамак ДПС"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға