«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡатын мейестән ҡулын сығара алмаған



23.10.2019 Ҡатын мейестән ҡулын сығара алмаған

Ҡатын мейестән ҡулын сығара алмағанӨфөлә йәшәүсе ҡатын газ мейесен зажигалка менән тоҡандырмаҡсы була. Тик зажигалкаһы газ плитәһенең эске өлөшөнә төшөп китә. Уны алайым тигәнсе, ҡулы ҡыҫылып тороп ҡала.

Ярай әле янында әсәһе булып, ул ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата.

Ҡотҡарыусылар ярҙамында ҡатын ҡулын сығарып ала, ҡул зыян күрмәгән була.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға