«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тракторлы булды ауыл!



23.10.2019 Тракторлы булды ауыл!

Ура! Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы "Алтын бишек" конкурсының төп призын - мини-тракторҙы яулап алды!

Россия1-Башҡортостан телеканалының тура эфирында "Алтын бишек" республика конкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр.

Был конкурста беҙҙең Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол (Зәйнәкәй) ауылы дан итеп сығыш яһап, социаль селтәрҙә 27294 тауыш йыйып, беренсе урын алды.

Төп приз - мини-трактор бөгөн Амангилде ауыл хакимиәте башлығы Илдар Килмөхәмәтовҡа тапшырылды.

Ауыл халҡына был тракторҙың бәрәкәтен күрергә яҙһын!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға