«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Салауатта нарколог менән психиатрға – сират



23.10.2019 Салауатта нарколог менән психиатрға – сират

Медицина өлкәһендәге хәл итәһе мәсьәләләрҙе һаман да яйға һала алмайҙар әле.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Салауат ҡалаһындағы поликлиникаларҙағы хәл мәғлүм булған.

Халыҡ психиатр менән наркологҡа ҡабул итеүгә яҙыла алмауҙарына зарланған. Көнөнә бер сәғәт кенә ҡабул иткән табиптарға справка алыу өсөн кешеләр таң менән сиратҡа баҫалар икән. Уларҙың кабинеттары ла ҡаланың ике осонда урынлашҡан.
«Кешегә ҡарата булған һалҡын мөнәсәбәтте өнәмәйем. Был хәлде тикшерәсәкбеҙ», – тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙенең аккаунтында .





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға