«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Медицина ярҙамы күрһәтеүгә аҡса тағы ла күберәк бүленә



23.10.2019 Медицина ярҙамы күрһәтеүгә аҡса тағы ла күберәк бүленә


Башҡортостанда 2020 йылға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы 58 млрд 89 млн һум күләмендә билдәләнгән.

Был быйылғы йыл менән сағыштырғанда, 6,5 процентҡа күберәк.
2019 йылда был программаның хаҡы 67 млрд һум булған. Тәүге тапҡыр онкология буйынса айырым норматив булдырылған. Республика башлығы күрһәтмәһе буйынса, онкология ауырыуҙарын ваҡытында һәм дөрөҫ диагностикалаусы табиптарға 5 мең һум күләмендә премиялар тәғәйенләнә. 9 айҙа 1633 табип ошондай бүләкләүгә лайыҡ булды.
Йыл башында дарыуҙар менән тәьмин итеүгә 1,7 млрд һум аҡса бүленде. 2020 йылға был сумма ла күпкә ҙурыраҡ – 2,5 млрд һум.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға