«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Даланлылар беҙҙең төбәктә йәшәй



23.10.2019 Даланлылар беҙҙең төбәктә йәшәй

Башҡортостандан дүрт кеше, ошо көндәрҙә лоторея уйнап, миллион һум отҡан. Төбәктә даланлы кешеләр күп тип белдерә лотореяның мәғлүмәт хеҙмәте. Шулай уҡ миллионерҙар менән бер рәттән, республиканың ике кешеһе 733 мең һум аҡса отҡан, тип белдерә “Руское лото” хеҙмәткәрҙәре.

Әйткәндәй, быға тиклем дә лоторея һатып алып отоусылар күп булды. Республикала хатта 17,6 миллион, 7 миллион һум аҡса ла оттолар.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға