«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » СМП бригадалары планшеттар менән генә эш итәсәк



23.10.2019 СМП бригадалары планшеттар менән генә эш итәсәк

Быйылдан алып республиканың ашығыс медицина ярҙамы табиптары махсус планшеттар менән тәьмин ителә. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы ғәмәлгә ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса башҡарыла.

Медиктар электрон ҡоролмалар аша саҡырыуҙарҙы ҡабул итә, юлда уҡ пациентты ауырыуҙар тарихы менән таныша, документтар тултыра һәм дауаханаға ауырыуҙың хәлен яҙып ебәрә ала.

Планшеттар 345 СПМ бригадаһына тапшырыласаҡ.

Быйыл шулай уҡ федераль бюджеттан республикаға 24 тиҙ ярҙам машинаһы бүленгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға