«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тракторсы кешеләрҙе үлемесле тәгәрмәстән ҡотҡарған



23.10.2019 Тракторсы кешеләрҙе үлемесле тәгәрмәстән ҡотҡарған

Шишмә районының Ураҙбахты ауылы янында ошо көндәрҙә ауыр фажиғә була яҙған. Тик тракторсының ҡыйыулығы кешеләрҙе оло бәләнән аралап ҡалған.

"Бәйләнештә" селтәрендәге "БашДТП" төркөмөндә ошолай яҙыу ҡалдырғандар:
"МТЗ тракторсыһына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ул фураның ысҡынып киткән тәгәрмәсе менән бәрелешеүҙән беҙҙе ҡотҡарҙы. Беҙ "Нива"ла инек, тракторсы тәгәрмәсте күреп ҡалып, таранға барҙы һәм сүмесе менән уны туҡтатты".

Быны яҙыусы исемен, фотолар ҙа ҡалдырмаған. Шулай ҙа был хәлдең геройын тапҡандар. Ул МТЗ тракторын йөрөтөүсе Зөлфәт Ғәлиуллин. Ир федераль юл хеҙмәтендә эшләй һәм М-5 Мирный - Дим трассаһын хеҙмәтләндерә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға