«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путиндың визиткаһын ике миллион һумға баһалағандар



23.10.2019 Владимир Путиндың визиткаһын ике миллион һумға баһалағандар

Санкт-Петербургта йәшәгән бер ир интернеттағы һатыу сервисына ғәҙәти булмаған тауар һалған. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың комитет рәйесе булғанындағы визиткаһын тәҡдим итә.

Ҡағыҙ киҫәгенең ҡайһы бер урындары ҡара буяу менән ҡапланған. Ир әйтеүенсә, заманында визитканы Владимир Владимирович уның атаһына биргән булған. Сувенир ғаиләлә 20 йыл дауамында һаҡланған.

Әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта интернетта Путиндың ҡултамғаһы булған документтарҙы осһоҙораҡ хаҡҡа табырға мөмкин.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға