«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Локомотив” командаһы “Ювентус”ты ота яҙҙы...



23.10.2019 “Локомотив” командаһы “Ювентус”ты ота яҙҙы...

Футбол буйынса Чемпиондар лигаһының өсөнсө төркөм осрашыуында “Локомотив” командаһы Италияла билдәле “Ювентус” клубы менән осрашты.
Рәсәй уйынсылары бәйгене уңышлы башлап, беренсе осорҙоң 30-сы минутында иҫәпте асып, алға сыға. Икенсе таймда Роналдуның командаһы өҫтөнлөктө үҙ ҡулына адып, өс минут эсендә ике тапҡыр уңышҡа өлгәшә һәм еңеүҙе тартып ала.
Ошо уйындан һуң “Ювентус” менән “Атлетик” командалары етешәр мәрәй яулап, төркөмдә беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә. “Локомотив” иһә, өс мәрәйе менән өсөнсө.
Киләһе турҙа Семиндың тәрбиәләнеүселәре үҙендә Италия клубын ҡабул итәсәк. Осрашыу 6 норябрҙә ҡаралған.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға