«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Еңеү менән ҡотлайбыҙ!



22.10.2019 Еңеү менән ҡотлайбыҙ!

Хәйбулла районының "Сулпан" халыҡ йыр ансамбле Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһы Нурсолтанда үткән IV «Art-Global» Халыҡ-ара сәнғәт конкурс-фестивалендә I дәрәжә дипломға лайыҡ булған!


Конкурс-фестиваль 19-22 октябрҙә Йәштәр һарайының концерт залында барған. Тиҫтәләрсә ижади коллективтар, артистар ҡатнашҡан.

«Сулпан» ансамбле улар араһында юғалып ҡалмай, «Академик вокал» номинацияһында бик лайыҡлы сығыш яһаған. Был коллективты БР мәғариф алдынғыһы Роза Вәхитова етәкләй.


Еңеүселәрҙе ҡотлап, артабан да уңыштар теләйбеҙ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға