«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибар - балалар!



22.10.2019 Иғтибар - балалар!

Сентябрь айында ғына республикала балалар ҡатнашлығындағы 413 автомобиль аварияһы теркәлеп, бәлиғ булмаған 19 баланың ғүмере өҙөлгән, 445 бала төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған.

Шуға ла республикабыҙҙа 21 октябрҙән алып 8 ноябргә тиклем "Иғтибар - балалар!" акцияһы үтә.

Уны Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән бергә мәғариф бүлектәре ойоштора.

Был осорҙа төрлө профилактик саралар үткәреү планлаштырыла. Мәҫәлән, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса конкурстар үткәреү ҡаралған.

Уҡыусы балаларҙы мәктәпкә йөрөткән автобустарға айырым иғтибар бүленәсәк.

Водителдәргә үтенес: юлда йөрөгәндә ашыҡмағыҙ, иғтибарлы булығыҙ, үҙегеҙҙе генә түгел, башҡаларҙы ла уйлағыҙ!

Яңы ғына йәшәй башлағанда һәләк булған 19 баланы, яралар алып һыҙланған, ғәрип ҡалған 445 баланы иҫегеҙҙән сығармағыҙ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға