«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шәкәр заводтары ярты миллион тоннаға яҡын сөгөлдөр эшкәрткән



22.10.2019 Шәкәр заводтары ярты миллион тоннаға яҡын сөгөлдөр эшкәрткән

Республиканың шәкәр етештереүсе өс предприятиеһы 486,5 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәрткән. Дөйөм алғанда 747 мең тонна сеймал кагаттарға һаҡлауға ҡалдырылған. Был тупланма беҙҙең шәкәрселәр ҡыш буйына эшләргә һәм сит төбәктәргә һатырға мөмкинлек бирәсәк.

Дөйөм алғанда республикала 1,36 млн тонн шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған. Уңыш бер гектарҙан уртаса алғанда 362 центнер тәшкил итә. Уртаса уңдырышлылыҡтың иң ҙур күрһәткесе Бүздәктә - бында гектарына 422 центнер йыйғандар. Саҡмағошта 392 ц, Шишмә менән Йәрмәкәйҙә 385 га/ц.

Көҙгө уңышты йыйыр алдынан аграрийҙар шәкәр сөгөлдөрөнөң тулайым йыйымын 1,5 млн тонна тип планлаштырған. Былтыр уңыш 1,41 млн тонна булһа, 2017 йылда – 1,58 млн тоннанан ашҡан.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға