«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Футболда - Пеле, хоккейҙа - Гретцки, тенниста Федерер...



22.10.2019 Футболда - Пеле, хоккейҙа - Гретцки, тенниста Федерер...

Донъяның данлыҡлы тенниссыһы Роджер Федерер үҙ карьераһында 1500 осрашыу уҙғарып, ул йәһәттән алдынғылыҡты бирмәй.
Икенсе урында килгән Рафаэль Надаль унан 69 уйынға кәмерәк уҙғарған.
АТР рейтингы буйынса өсөнсө баҫҡыста торған Швейцария спотсыһы турнирҙарҙа 1232 тапҡыр еңеп, 268-ндә дәғүәсеһенә отолған. Быйылғы миҙгелдә 48 тапҡыр еңеп, 8-ндә бирелә.
Шулай уҡ 38 йәшлек тенниссы яулаған титулдары буйынса ла донъяла беренселәр рәтендә тора. Ул Ҙур шлем бәйгеһендә 20 тапҡыр уңышҡа ҡаҙана. Уимблдон турнирында – һигеҙ, Австралия беренселегендә – алты, АҠШ беренселегендә биш һәм Францияның асыҡ беренселегендә бер тапҡыр еңә. Шәхси беренселектә барлығы 102 титул яулай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға