«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алтын тулы сейф ағып киткән



22.10.2019 Алтын тулы сейф ағып киткән

Красноярск өлкәһендә Сейба йылғаһында дамба йырылғанда алтын тулы сейф та юғалған.


Ул кеше йәшәмәгән махсус йортта һаҡланған була. Был йорттоң һаҡсылары ла хәбәрһеҙ юғалыусылар исемлегендә. Сейфта 18 кг самаһы алтын булырға тейеш. Ул таҙартылып, Красноярскиға ебәрелергә әҙерләнгән булған. Әлеге ваҡытта уны эҙләйҙәр.
«Алтын ҡабул итеү кассаһы – айырым һаҡ аҫтындағы йорт – торлаҡ барактар менән бер рәттән шулай уҡ хәүефле зонала булған һәм 4 метр бейеклектәге тулҡын аҫтында ҡалған», – ти хәбәр итәләр.
Билдәле булыуынса, 19 октябрҙә төндә Сейба йылғаһында алтын сығарыусы артелдең һыуһаҡлағысында биш дамба емерелә. Тупраҡ, таш һәм бысраҡ ҡатыш тулҡындың бейеклеге 4 – 5 метрға етә. Ул юлындағы бар нәмәне йыуып алып китә. Һөҙөмтәлә 15 кеше һәләк була, биш кеше хәбәрһеҙ юғала, 16 кеше зыян күрә. Бының буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға