«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Балалар - балаларға: беҙҙең йөрәктәр музыкаһы"



21.10.2019 "Балалар - балаларға: беҙҙең йөрәктәр музыкаһы"

Республикабыҙҙың 100 йыллығын билдәләгән мәлдә Башҡортостанда ғәҙәти булмаған формала "Балалар - балаларға: беҙҙең йөрәктәр музыкаһы" хәйриә проекты тормошҡа ашырыла. Унда музыкаль һәләтле балалар үҙ тиҫтерҙәренә йырлы-моңло күстәнәсен өләшә. Проектты Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ярҙамы менән Владимир Спиваковтың Башҡортостан Республикаһындағы хәйриә фонды үткәрә.

Иртәгә, 22 октябрҙә, "Балалар - балаларға: беҙҙең йөрәктәр музыкаһы" проекты концерты Баймаҡ ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар музыка мәктәбендә уҙасаҡ. 23 октябрҙә иһә ул Сибайҙың Үҙәк ҡала дауаханаһында, 24 октябрҙә Магнитогорск ҡалаһының 4-се мәктәп-интернатында һәм Глинка исемендәге дәүләт консерваторияһында ойоштороласаҡ.

Концерттарҙа биш һәләтле бала сығыш яһаясаҡ. Улар Линара Ҡәйепова (гитара), Дарья Гузеева (фортепиано), Клим Андреев (аккордеон), Дарья Кириллова (флейта), Анжелика Огрыза (виолончель). Улар республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстары лауреаттары.

Музыка уҡытыусылары оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәк. П.И.Чайковский исемендәге XII Халыҡ-ара конкурсы лауреаты Дмитрий Онищенко фортепианола, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, З. Исмәғилев исменедәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Зөфәр Хәмәтдинов валторнала уйнарға өйрәтәсәк.

Концерттарға инеү бушлай.

Проекттың "Бәйләнештәге" төркөмөнә һылтанма: https://vk.com/deti_detyam_music.








Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға