«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мария Шарапова донъяла 134-се булып киткән



21.10.2019 Мария Шарапова донъяла 134-се булып киткән

Ҡатын-ҡыҙҙар теннис ассоциацияһының яңыртылған версияһы буйынса донъя рейтингы билдәле булды.
Унда Рәсәй спортсыларынан яңыраҡ «ВТБ Кубок Кремля» турнирының финалына барып еткән Анастасия Павлюченкова күрһәткесен бер аҙ яҡшыртып, 30-сы урынға күтәрелде. Ә бына уҙған миҙгел беҙҙекеләр араһынан беренсе урында торған Дарья Касаткина 33 позицияһын юғалтып, хатта, 70-се баҫҡысҡа барып төштө.
Әлегә донъяла беренсе булып Австралиянан Эшли Барти тора. Чехиянан Каролина Плишкова икенсе булһа, японка Наоми Осака – өсөнсө.
Рәсәй тенниссыларынан Екатерина Александрова – 35-се, Вероника Кудерметова – 41-се, Светлана кузнецова – 55-се, Анна Блинкова 59-сы булһа, билдәле Мария Шарапова 134-се булып киткән.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға