«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө баскетболсылары Рәсәй кубогы өсөн көрәшәсәк



21.10.2019 Өфө баскетболсылары Рәсәй кубогы өсөн көрәшәсәк

Баш ҡалабыҙҙың «Уфимец» баскетбол командаһы Рәсәй кубогы өсөн «Спартак-Приморье» клубын 77:71 иҫәбенә еңеп, турнирҙың 1/8 финалына сыҡты.
Рәсәй суперлига – 1 беренселеген өс тапҡыр еңгән Владивосток уйынсылары еңеүгә төп фаворит булһа ла, өфөләрҙең ныҡышмаллығына ҡаршы тора алмай, төп бәйгенән төшөп ҡалды.
1/8 финалда «Уфимец» баскетболсылары уҙған миҙгел Рәсәй суперлига – 1 беренселеге еңеүсеһе – «Һамар» командаһы менән осрашасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға