«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Аҡ барс" "Салауат Юлаев"ҡа ҡаршы махсус форма тектергән



20.10.2019 "Аҡ барс" "Салауат Юлаев"ҡа ҡаршы махсус форма тектергән



Кисә иғтибар итеүселәр булдымы икән: Татарстан хоккейсыларының формаһы бер аҙ башҡасараҡ ине.


Баҡһаң, күршеләр яңы миҙгелдә "йәшел дерби" матчтарын Ғабдулла Туҡай һүҙҙәре яҙылған формала уҙғарасаҡ.

Уйын свитерына Татарстан флагы, гербына тура килтерелгән алтын ҡайма һәм Туҡай шиғырынан: "Күкрәк киреп ҡаршы торам" юлының тәржемәһе ("Я недрогнувшей грудью встречаю удары") сигелгән.

Йәнәһе, татар телен белмәгән көйәрмәндәр, ошо рәүешле Туҡайҙың ижады менән танышасаҡ.

- Беҙ "Аҡ барс" менән "Салауат Юлаев" араһындағы көрәштең Татарстан халҡы өсөн мәҙәни кодҡа әүерелеүенә шатланабыҙ, - ти клуб етәкселеге.

Тик "йәшел дерби"ҙың тәүге уйынында махсус свитер уйынсыларҙың үҙенә ярҙам итмәне шул. Күршеләр 1:3 иҫәбенә отолдо.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға