«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Силәбе ҡалаһында башҡорт кафеһы асылған



20.10.2019 Силәбе ҡалаһында башҡорт кафеһы асылған


"Бай ҡунаҡ" кафеһы милли аш-һыу тәҡдим итә һәм сит өлкәлә үҙебеҙҙең ризыҡтарҙы таныта.


Клиенттар кафе менюһы һәм ризыҡ тәме менән ныҡ ҡәнәғәт. Күмәс, әүмәлә, ҡуллама, бауырһаҡ, йәймә кеүек боронғо аш-һыу ҙа бар. Ә "Сәйэсәйшн" башҡорт сәй наборына самауыр сәйе, ҡамыр аҙыҡтары һәм бал инә.

"Бай ҡунаҡ"ҡа бай һәм ҡәнәғәт ҡунаҡтарҙың бик күп булыуын, оҙайлы ғүмер теләйек.

Кемдең Силәбегә юлы төшә, Ағалы-ҡустылы Кашириндар урамында урынлашкан 2-се йортҡа инеп сығырға онотмағыҙ!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Инстаграм.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға