«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡазан-Өфө автобусы ҡабанды тапатмайым тип юлдан осҡан



20.10.2019 Ҡазан-Өфө автобусы ҡабанды тапатмайым тип юлдан осҡан

Ҡазан-Өфө автобусы ҡабанды тапатмайым тип юлдан осҡанҒәҙәттән тыш хәл бөгөн, 20 октябрь таңында Дүртөйлө районында теркәлгән.

Мәскәү-Өфө юлының 1233-сө саҡрымында "Форд-Транзит" водителе - Өфөлә йәшәүсе 39 йәшлек ир автобусы менән кюветҡа төшөп киткән. Һөҙөмтәлә өс кеше йәрәхәтләнгән, улар дауаханала.

Салонда 11 пассажир булған. Водитель аңлатыуынса, автобус алдынан ҡабан йүгереп үткән. Ир уға төкөмәйем тип рулде ситкә борған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға