«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыҙҙар өйөнә ҡайтҡан!



20.10.2019 Ҡыҙҙар өйөнә ҡайтҡан!

15 октябрҙә Стәрлетамаҡта юғалған апалы-һеңлеле Реана менән Диана табылған.

Уларҙы бөгөн таң менән полиция хеҙмәткәрҙәре өйөнә алып ҡайтҡан.

Эҙләү отряды координаторының һүҙе буйынса, улар Стәрлетамаҡтан бик алыҫта (100 километрҙан ашыуыраҡ алыҫлыҡта) табылған.

Битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамы менән полиция һәм эҙләүселәр отряды ҡыҙҙарҙың ҡайҙа булғанын асыҡлай алған.

Ни өсөн өйҙән сығып китеп, ҡайҙа, ниндәй маҡсат менән юлланғандары билдәһеҙ.

Иң мөһиме, имен-һау табылғандар!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға