«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Өфө» футболсылары тарих яҙыр, бәлки



20.10.2019 «Өфө» футболсылары тарих яҙыр, бәлки

Бөгөн «Өфө» футбол командаһы Рәсәй Премьер-лига беренселегенең сираттағы турында билдәле ЦСКА клубын ҡабул итәсәк.
Бөгөнгө көнгә әрме футболсылары 25 мәрәй яулап, турнир таблицаһында бишенсе булһа, «Өфө»ләр иһә, 15 мәрәй менән – етенсе.
Быға тиклем булған үҙ-ара осрашыуҙарының статистикаһына килгәндә, улар 11 тапҡыр рәсми рәүештә көс һынашҡан һәм 7-ндә еңеү ЦСКА яғында булған. Ҡалғандарында беҙҙекеләр бер ҙә өҫтөнлөк итмәй, дүрт осрашыу тигеҙ иҫәпкә тамамланған. Шулай булғас Евсеевтың тәрбиәләнеүселәренә бөгөн нисек тә булһа, статистикаға үҙгәреш индерергә кәрәк.
Кисә ҡайһы бер командалар турҙы уҙғарып, ярайһы һөҙөмтәләргә өлгәште. Әйтәйек, «Зенит» командаһы лидерҙарҙың береһе – «Ростов» футболсыларын 6:1 иҫәбенә ҡыйратты. «Локомотив» та Грозныйҙа урындағы «Әхмәт» командаһын 2:0 иҫәбенә отоп, бишенсе уйын рәттән еңелеү белмәй килә. Хәҙер улар Питер клубы менән 29-ар мәрәй яулап, беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә. Ә бына «Спартак» яңы «баш» аҫтында еңеү кисермәһә лә, «Рубин» менән тигеҙ иҫәпкә таралышты.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға