«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уҡыусыларға ҡайнар аш бирелмәй?!



20.10.2019 Уҡыусыларға ҡайнар аш бирелмәй?!

Салауат ҡалаһынан бер әсә мәктәп ашханаһының эшләмәүенә ризаһыҙлыҡ белдерә.


"Уҡыусылар ике ай буйы ҡайнар аш күргәне юҡ, - тип яҙа Ксения Станкина, урындағы хакимиәткә. - 21-се мәктәптә ремонтты 10 октябргә тамамларға вәғәҙә иткәйнеләр. Әлегә ремонт ошондай хәлдә". Аш-һыу блогының бөгөнгө фотолары менән дә уртаҡлаша ҡатын.

Ашхананы яңыртыу йәй үк башланған булған, тимәк, яңы уҡыу йылында уҡыусылар бер тапҡыр ҙа ҡайнар аш менән һыйланмаған. Уларға тик ҡоро паек ҡына таратыла - һут һәм күмәс.

"Ата-әсәләр контейнерҙа ризыҡ әҙерләп ебәрә ебәреүен, тик тейешле туҡландырыу булмау сәбәпле, күптәр балаларын башҡа белем учреждениеларына күсерә башланы.

Төҙөкләндереү эштәренең ҡасан тамамланасағын берәү ҙә белмәй", - тип борсола әсә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға