«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө студенттары ашханала ағыуланған



19.10.2019 Өфө студенттары ашханала ағыуланған

Архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында белем алыусылар, студенттар ашханаһында тамаҡ ялғағандан һуң, дауаханаға эләккән.


"Ньюс.баш" сайты беренсе курста белем алыусы ете студенттың республика клиник дауаханаһының инфекция бүлегенә эләгеүен хәбәр итә. Яҡынса диагноз - аш-һыу менән ағыуланыу.

Был факт буйынса тикшереү бара.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: gtrk.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға