«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Йәшел" дербиҙа юлаевсылар көслөрәк булып сыҡты



19.10.2019 "Йәшел" дербиҙа юлаевсылар көслөрәк булып сыҡты

“Салауат Юлаев” хоккейсылары “йәшел” дербиҙа ут күршебеҙҙең “Аҡ барс” командаһын 3:1 иҫәбенә еңеп, ял көнөндә хоккей һөйөүселәргә матур көсөргәнешле спорт байрамын өҫтәне.
Был сараны ҡарарға килгән Республикабыҙ башлығы Радий Хәбиров та ҡыуанысын йәшермәй, көйәрмәндәр менән ҡуша юлаевсыларҙы тәбрикләне.
Ысынлап та бәйге финал уйынына торошло булды. Унда уйнанылар ҙа, урыны менән сәрмәкләштеләр ҙә, дөрөҫөн әйткәндә, “йәшел” дерби булды. Голдарҙы өфөләрҙән Линус Умарк, Евгений Лисовец һәм Алексей Кадейкин индерһә, ҡунаҡтарҙан Альберт Яруллин уңышҡа өлгәште.
Ошо еңеүҙән һуң Цулыгиндың тәрбиәләнеүселәре 24 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында бишенсе баҫҡысҡа күтәрелһә, “Аҡ барс” 28 мәрәйе менән лидерлыҡ позицияһын әлегә һаҡлап ҡалды.
Был бәйгенән һуң, дөйөм иҫәп тигеҙленде. Хәҙер улар КХЛ тарихында үҙ-ара 76 уйын уҙғарып, һәр ҡайныһы 38-әр еңеү яуланы.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға