«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы Һәйет халҡы зыяратты төҙөкләндергән



19.10.2019 Яңы Һәйет халҡы зыяратты төҙөкләндергән


Ишембай районының Яңы Һәйет ауылы ир-егеттәре зыяратта өмә ойошторҙо, тип хәбәр итә "Торатау" гәзите.


"Иң тәүҙә зыярат биләмәһе тәртипкә килтерелде, һуңынан тимер менән кәртәләү башланды. Кәртәләүгә тимер бағаналар, профнастил Ҡолғона ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан һатып алынды. Һәр кем үҙ ҡоралдары менән сыҡты, өмәгә өс МТЗ-82 тракторы, ике бензогенератор, иретеп йәбештереү аппараттары һәм башҡа ҡорамалдар йәлеп ителде.

Күптән көткән уй, ниһайәт, тормошҡа ашты. Әруахтар төйәге яңынан кәртәләп алынды. Барлыҡ ауылдаштарға ҙур рәхмәт!"

Был гәзит ошо уҡ райондағы Ғүмәр ауылы халҡының әүҙемлеген дә телгә ала: "Бөгөн Ғүмәрҙә әүҙем ауылдаштар ҡатнашлығында өмә ойошторолдо. Сүп - сар контейнеры урынлашҡан ерҙе тәртипкә килтереп, эргә - тирәһендә ҡарағай үҫентеләре ултыртҡандар".

Афарин, ишембайҙар!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға