«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәхмәт халҡы рәхмәт уҡый



19.10.2019 Рәхмәт халҡы рәхмәт уҡый

Әбйәлил районының башлығы Илдар Нафиҡов социаль селтәрҙәрҙә түбәндәге яңылыҡ менән уртаҡлашты.


"2018 йылдың 27 октябрендә республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Әбйәлил районы Рәхмәт ауылында булғайны. Ауыл халҡы мәктәптең күмер менән йылытылғанын әйткәс, ул мәғариф учреждениеһына инеп тә сыҡҡайны.

2006 йылда файҙаланыуға тапшырылған ҙур һәм заманса Рәхмәт урта мәктәбендә 100-ҙән ашыу бала уҡый, педагогик коллективта 15 уҡытыусы. Күрше Яйҡар һәм Аһылай ауылдарынан да йөрөп уҡыйҙар. 2013 йылда мәктәп бинаһында балалар баҡсаһы асыла. Ике ҡатлы бинаны йылытыу өсөн көнөнә тонна самаһы, ә йылына 200 тонна күмер талап ителә ине. Ә ауыл үҙе 2014 йылда "зәңгәр яғыулыҡ" ҡа тоташтырыла, тик мәктәпкә, республика бюджетынан финанслау ҡаралмағанға күрә, газ индерелмәй. Радий Хәбиров был проблеманы хәл итергә ҡушты, эш барышын контролдә тотто.

Августа Октябрьский ҡалаһының «Тэгмо» яуаплығы сикләнгән йәмғиәте мәктәптең ҡаҙанлығын реконструкциялауҙы башланы. Подрядсы ойошма эште тамамлауға, "Коммунальник" ойошмаһы (етәксеһе - Дамир Аллаяров) төп трассанан ҡаҙанлыҡҡа тиклем газ үткәргес һуҙҙы. Ошо көндәрҙә, ниһайәт, Рәхмәт мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылды. Был эшкә бөтәһе 2883210 һум тотонолған, аҡса "Заманса мәктәп" милли проектының "Ауыл мәктәптәренә газ үткәреү" йүнәлешендә бүленгән".





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға