«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республика Хөкүмәтендә кемдәр эшләр икән?



19.10.2019 Республика Хөкүмәтендә кемдәр эшләр икән?

Тиҙҙән БР Хөкүмәте тулыһынса формалашып бөтәсәк. Беләһегеҙ, әле унда барыһы ла "и.о." ҡушымтаһы менән эшләй.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Башлыҡ Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Хөкүмәт составына ҡарата тәҡдимдәрен еткерҙе.

24 октябргә тиклем улар ҡаралырға тейеш һәм артабан килешеү процедураһы үтәсәк.

Премьер-министр, уның урынбаҫарҙары, министрҙар, дәүләт комитеты рәйестәре - тиҙҙән барыһы ла раҫланасаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға