«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә "Мостай Кәрим менән көн" үтте



19.10.2019 Өфөлә "Мостай Кәрим менән көн" үтте

Бөгөн, 19 октябрҙә, баш ҡаланың М.Кәрим исемендәге майҙанында "Мостай Кәрим менән көн" шиғри флешмобы үтте. Унда бар теләүселәр бөйөк әҙиптең шиғри мираҫын уҡып ишеттерҙе.

Мөхәббәт һәм һуғыш, Тыуған ил һәм хеҙмәт - Өфө кешеләренең сығышында Мостафа Сафа улының ижады бар тәрәнлегендә асылды. Балалар, уҡыусылар, студенттар, өлкәндәр шиғырҙарҙы төрлө телдә башҡарҙы.

Флешмоб баш ҡаланың 11 майҙансығында үтте.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға