«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы флюорографтар килтерелде



19.10.2019 Яңы флюорографтар килтерелде

Яңы флюорографтар килтерелдеБөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһы үҫеше” төбәк проектына ярашлы,  дауаханаларға Беларуссиянан һатып алынған “МАЗ-Купава” флюорографтары асҡыстарын тапшырҙы.

Күсмә флюоорографик ҡоролмалар ҡалаларҙан, район үҙәктәренән алыҫта йәшәгән ауыл халҡын, шулай уҡ төрлө белем биреү учреждениелары уҡыусыларын, ҙур ойошмалар коллективын  хеҙмәтләндереүгә уңайлы.

Был медицина комплекстары Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалаларындағы клиник дауаханаларға бирелде.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға