«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәштәр театрында ике таҡтаташ асылды!



19.10.2019 Йәштәр театрында ике таҡтаташ асылды!

Рәзилә Ырыҫҡужина хәбәр итә:

- М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейын үткәреү көндәрен тулҡынланыу менән еткерҙе.

Театраль ун көнлөктә Мостай әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр уйнау, гастролдәргә сығыу, театрҙа “Беҙҙең ерҙең йәме” тип аталған күргәҙмә ойоштороу менән генә сикләнеп ҡалманы. Бөгөн әҙиптең яҡын дуҫтары – СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзон һәм яҙыусы, шағир, журналист Андрей Дементьевҡа театр фойеһында таҡтаташ асылды.

Сарала хөрмәтле ҡунаҡтар араһында А. Дементьевтың һәм И.Кобзондың йәмәғәттәре Анна Давыдовна Пугач-Дементьева, Неля Михайловна Кобзон ҡатнашыуы оло мәртәбә.

Әле 2017 йылдың ошо көнөндә, республикабыҙ Мостафа Сафа улының тыуған көнөн үткәргәндә И.Кобзон һәм А.Дементьев Өфөгә килеп, байрам сараларында ҡатнашҡайны. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклен ҡарап, үҙҙәре лә сығыш яһаны. Үкенескә күрә, уларҙың был сығыштары Өфө тамашасыһы өсөн һуңғыһы булды.



Ә театр, матур йолаһына тоғро ҡалып, Мостай Кәрим повесы буйынса сығарылған, инде театр сәхнәһендә ун биш йыл барған “Беҙҙең өйҙөң йәме”спектаклен ҡарарға бөгөн ике, иртәгә бер тапҡыр тамашасы йыя. Театр артистары халыҡ шағирының йөҙ йыллығына арналған төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға