«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн беҙҙе "йәшел" дерби көтә



19.10.2019 Бөгөн беҙҙе "йәшел" дерби көтә

Бөгөн КХЛ беренселегенең сираттағы турында “Салауат Юлаев” хоккейсылары принципаль дәғүәсеһе – “Аҡ барс” командаһын ҡабул итәсәк.
Ут күршебеҙҙең клубы быйыл яңы “баш” аҫтында чемпионатты уңышлы башлап, 17 осрашыуҙа бары өс тапҡыр ғына отолған. Әле улар 28 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһында лидер. Юлаевсылар иһә, 18 уйында һигеҙ тапҡыр отолоп, “Автомобилист” уйынсылары менән 6 – 7-се урындарҙы бүлешә.
Ғөмүмән, КХЛ чемпионаты тарихынан алып, “Салауат Юлаев” менән “Аҡ барс” командалары бөтәһе 75 тапҡыр үҙ-ара осрашҡан. 37 уйында өҫтөнлөк өфөләр яғында булһа, 38-ндә күршеләр еңеү байрам иткән. Шайбалар айырмаһында ла (192 – 204) өҫтөнлөк улар яғында.
Шуға күрә бөгөн өфөләргә мотлаҡ ҡунаҡтарҙы еңеп, статистиканы тигеҙләргә кәрәк.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға