«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иҫән ҡайтһындар!



19.10.2019 Иҫән ҡайтһындар!

13 октябрҙә юғалған 19 йәшлек Клара Ейәнгированы эҙләүҙәр 17 октябрҙә туҡтатылды.

Уны дүрт көн буйына эҙләнеләр.

Федоровка ауылында йәшәүсе ҡыҙ өйөнән сығып китеп, юғала. Шөкөр, ул иҫән килеш табыла. Клараны эҙләү тураһындағы иғлан буйынса уны тыныс ҡына сауҙа үҙәгендә йөрөп ятҡанында бер ир кеше танып ҡала.

Баҡтиһәң, ул ошо көндәрҙә таныш егетендә йәшәп ятҡан. Ә яҡындары ут йотҡан...

Хәҙер Стәрлетамаҡта ла апалы-һеңлеле 17 йәшлек Реана Насирова менән 16 йәшлек Диана Насированы эҙләү эше бара. Улар менән бәйләнеш 15 октябрҙә юғала. Өйҙән сығып китеп, кире ҡайтмайҙар.

Реананың билдәләре: буйы 158 см, ябыҡ, оҙон ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле. Юғалған көндө ул өҫтөнә йәшел куртка, ҡара джинсы һәм кроссовкалар кейгән.

Диананың билдәләре: буйы 157 см, ябыҡ, оҙон ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле. Юғалған көндө ҡуйы күк төҫтәге курткала, күк джинсыла була, аяғында кроссовкалар.

Юғалыусылар тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәргә 8 (987) 106-06-01 телефоны буйынса шылтыратыуҙары, йә полицияға хәбәр итеүҙәре һорала (02).





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға