«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көн торошо



19.10.2019 Көн торошо

Синоптиктар кисә генә, әлегә һыуыҡтарҙы көтөргә кәрәкмәй, ямғырлы һәм болотло көндәр торасаҡ, тип ҡыуандырһа ла, кисә кис Учалыла ямғыр яуһа, бөгөн иртәнән ҡар күҙе төшөп тора.

Көслө ел электр сымдарын геүелдәтеп ебәрә.

Юлдарҙа - боҙ! Ҡала эсендә машиналар яйлап төкөшә лә башланы. Водителдәр һүгенә-һүгенә тәгәрмәс алыштырырға шыуышалар.

Һауа температураһы -3.

Күрше йортта йәшәүсе бер әбей тайғаҡ юлдан кәлтер-көлтөр икмәк алырға китеп барышлай: "Был Учалы, балам, ғүмер баҡый беҙҙә шулай көн булманы инде ул", - тип көйөп, таяғы менән боҙло асфальтты туҡылдатыр урынға, күккә янап ҡуйҙы )))).

Әбйәлилдә лә шундай уҡ көн торошо.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға