«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә ҙур һыуһар эскәмйәлә ултыра



19.10.2019 Өфөлә ҙур һыуһар эскәмйәлә ултыра

Билдәле булыуынса, баш ҡалабыҙҙың символы булып һыуһар билдәләнгән. Ҡиммәтле тиреле был йәнлектәр менән Өфө янындағы урмандар элек мыжғып торған, әле лә парктарҙа осрайҙар.

Ошо көндәрҙә ҡала үҙәгендә, "Башҡортостан" дәүләт концерт залы алдында һыуһарҙың һыны урынлаштырылды. Уны Киров районы хакимиәте идеяһы менән эшләгәндәр. Һыуһар янына ултырырға һәм фотоға төшөргә мөмкин.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға