«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Буласаҡ уҡытыусылар Мостай Кәрим исемендәге аудиторияла уҡыясаҡ



18.10.2019 Буласаҡ уҡытыусылар Мостай Кәрим исемендәге аудиторияла уҡыясаҡ

Буласаҡ уҡытыусылар Мостай Кәрим исемендәге аудиторияла уҡыясаҡБөгөн, 18 октябрҙә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында тағы ла бер күркәм сара үтте. Хәҙер өсөнсө корпустың 401-се аудиторияһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөтәсәк.

Уҡыу йорто ректоры Салауат Сәғитов 2004 йылда Мостафа Сафа улының университеттың беренсе почетлы профессоры итеп һайланыуы тураһында һөйләп үтте. Әле университет сафтарында бындай титул йөрөткән 17 кеше иҫәпләнә.

70 кешегә иҫәпләнгән иркен һәм яҡты аудиторияны М.Кәримдең ҡаралы-аҡлы фотоһүрәтте биҙәй һәм уның әҫәрҙәренән алынған "Слово — высшее достояние человеческого духа, несущее красоту и нравственность" цитатаһы яҙылған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға