«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Депутаттар - моргта!!!



18.10.2019 Депутаттар - моргта!!!

Депутаттар - моргта!

Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында яңы морг сафҡа индерелде. Уның торошо һәм эшләү шарттары менән танышырға байтаҡ етәкселәр, шул иҫәптән депутаттар саҡырылды.
Быға тиклем морг Ҡала балалар дауаханаһы территорияһында урынлашҡан ине. Күҙ алдына килтерәһегеҙҙер: кескәй пациенттар тәҙерәнән мәйеттәрҙең тикшереү "юлын" тулыһынса күҙәтеп тора. Ә хәҙер морг икенсе урынға күсерелгән. Ул тулыһынса ҡулланыуға әҙер, ошо көндәрҙә юлдарға асфальт түшәләсәк.
600 кв.м. майҙанлы бинала дүрт экспертиза өҫтәле, лаборатория, документтар һаҡлау архивы, табиптар кабинеты урынлашҡан. Морг ҡаланан тыш яҡын-тирәләге биш районды хеҙмәтләндерәсәк.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға