«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » " Һеңлекәш"тәге Оксана кем ул?



18.10.2019 " Һеңлекәш"тәге Оксана кем ул?

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса ҡуйылған «Һеңлекәш» фильмында украин ҡыҙын ун йәшлек йәш актриса Марта Тимофеева уйнай. Аяуһыҙ һуғыш арҡаһында ауыр яҙмыш һынауына дусар булып, яҡындарын юғалтып, бәхетле осраҡ арҡаһында Башҡортостанға килеп эләккән етем бала ролен бар тулылығында сағылдыра алған был һөйкөмлө ҡыҙ кем һуң ул?

Марта – Мәскәү ҡыҙы. Атаһы Андрей Тимофеев – хәрби оркестр музыканты, әсәһе Анна Ребецкая – Ҙур театр балеринаһы.
Өс йәшлек кенә сабый тәүге тапҡыр зәңгәр экрандарға подгузниктар рекламаһында ҡатнашып сыға.Үҫә төшкәс бәләкәй ҡыҙҙы балалар кейемдәрен рекламалаған журналдарға фото төшөргә саҡыра башлайҙар. Марта тәүге тапҡыр «Тыква» фильмында төшә.
Рәсәй кинематографияһындағы иң популяр ҡыҙ ете фильмда төп геройҙы уйнаған, бөтәһе 47 кинокартинала уның роле бар. Әле лә уны телесериалдарҙа ҡатнашырға саҡыралар. Мартаға кинола төшөү бик оҡшай һәм ул үҙенең киләсәген кино сәнғәте менән бәйләргә теләй.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға