«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иртәнге аш көндөң нисек үтеүенә лә бәйле



18.10.2019 Иртәнге аш көндөң нисек үтеүенә лә бәйле

Көндө нисек башлайһың, ул шулай үтәсәк. Барыһы ла иң тәүге сиратта беҙҙең сәләмәт булыуыбыҙға бәйле. Шуға ла дөрөҫ туҡланыу тәү сиратта торорға тейеш.
Табиптар иң файҙалы иртәнге ризыҡтың һоло һәм ҡара бойҙайҙы билдәләй. Был бутҡаларҙа аҡһым, күҙәнәклек күп. Улар аш эшкәртеү, эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта, организмда таштар барлыҡҡа килтереүен тотҡарлай.
Ҡарабойҙай аҡһым һәм аминокислоталар күләме буйынса эремсектән ҡалышмай. Унда тимер күп.
Ә бына иртә менән йомортҡа ҡыҙҙырып ашаусылар һаҡ ҡыланырға тейеш. Майҙа ҡурылған омлет холестеринға бай. Ә ул йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә насар тәьҫир итә. Йомортҡаны помидор һәм йәшелсә менән ҡыҙҙырырға кәңәш ителә.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға