«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Һеңлекәш"тә төшөү ғүмер буйы онотолмаясаҡ!"



18.10.2019 "Һеңлекәш"тә төшөү ғүмер буйы онотолмаясаҡ!"

”Фильм был тиклем күңелгә үтеп инер, тип уйламаған инек. Бәләкәй актерҙарҙың оҫталығына таң ҡалдыҡ. Үҙебеҙҙең яҡтың тәбиғәте ниндәй хозур, тигән ғорурлыҡ күкрәккә һыйманы”, - ти Белорет районының Яңы Хәсән ауылы кешеләре, премьеранан һуң. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесына нигеҙләнгән, көндән-көн популярлыҡ яулаған "Һеңлекәш" фильмы тап ошо ауылда төшөрөлгән.


Нисек “иҫке ауыл”ды төҙөүҙәре, шул осорҙо һүрәтләүҙәре хаҡында былай тиҙәр:

“Барыһын да яңы ағас-таҡталарҙан эшләнеләр, һуңынан иҫке булып күренһен өсөн буяу (морилка) менән буянылар. Беҙгә тәүҙә улар тәҡдим иткән кейемдәр оҡшамаған ине – һоро, ҡара төҫтәрҙә. Һуғыш заманына тура килтереп эшләргә кәрәк тигәс, ризалаштыҡ. Шулай ҙа мин өләсәйемдән ҡалған ҡомартҡы кейемдәрҙе – камзул, алъяпҡыс һәм үҙем теккән күлдәкте кейҙем. Биткә лә ҡара һәм һоро тондағы макияж яһанылар. Ни тиһәң, ауыр заманалар, халыҡтың эшкә егелгән ваҡыты. Ә Еңеү сәхнәһе өсөн матур, сағыу боронғо кейемдәрҙе һайланылар. Байрам табынына боронғо милли аш-һыуҙы үҙебеҙ әҙерләп килтерҙек”, - һөйләй Рәфиҙә исемле ҡатын.

Ауыл халҡы әйтеүенсә, фильм төшөрөү ҡара төнгә тиклем һуҙылған мәлдәр булған. Режиссер Галибин актерҙарҙы һәр саҡ хуплап, дәртләндереп торған, урындағы халыҡ менән ихлас аралашҡан. Балалар менән айырыуса асылып һөйләште, ти улар.

Белореттар был хәтирәләрҙе ғүмер буйы онотмай, күңел түрендә йөрөтәсәкбеҙ, ти.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға