«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Белорет балалар йортон япмауҙарын һорайҙар



18.10.2019 Белорет балалар йортон япмауҙарын һорайҙар

“Ярҙам итегеҙ! Белорет балалар йорто 2020 йылдың 1 ғинуарынан ябыласаҡ. Ул 1942 йылда асылған булған. Етәкселек учреждениеның башҡаса кәрәге юҡ, тип иҫәпләй. Уларҙың фекеренсә, балаларҙы ата-әсәләре тәрбиәләргә тейеш, ғаилә имен булмаған хәлдә лә.


Балалар йорто коллективы, ҡыҫҡартыу тураһында уведомление алғас, борсоуға ҡалған. Уларҙы үҙ яҙмышынан бигерәк балаларҙың киләсәге борсой. Былтыр учреждениеның ҡыйығына капиталь ремонт яһалды, төркөмдәр ҡиммәтле йыһаз менән тултырылды, уйынсыҡтарға байытылды. Был йорт бер-нисә район етемдәре өсөн – берҙән-бер, ҡарауһыҙ сабыйҙарҙы ҡайҙа итмәк кәрәк?” – тип яҙған Башҡортостан Башлығының сәхифәһенә Светлана Агеева исемле ҡатын.

Был хәлде артабан күҙәтеп барасаҡбыҙ һәм гәзит биттәрендә яҡтыртасаҡбыҙ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға