«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Динис Ҡорбанаев бөтә Башҡортостанды таң ҡалдырҙы



18.10.2019 Динис Ҡорбанаев бөтә Башҡортостанды таң ҡалдырҙы

«Терра Башкирия» турниры еңеүсеһе – Күгәрсен районының жокейы Динис Ҡорбанаев. Ул ат спорты турнирының иң йәш ҡатнашыусыһы булыуға ҡарамаҫтан, бер кемгә лә бирешмәй, беренсе урынды яуланы. Динис Күгәрсен районының Үрге Сирбай ауылы мәктәбе уҡыусыһы, уға ни бары 13 йәш. «Терра Башкирия»турнирында үҫмергә төп бүләк – Чемпион кубогы һәм 150 мең һум аҡса тапшырылды.

Турнирҙың иң бәләкәй ҡатнашыусыһы үҙенән олораҡ һәм тәжрибәлерәк һыбайлыларҙың танауына сиртте. Афарин, Динис! Артабан да тик уңыш ғына йылмайһын!





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Валерий Шахов
Источник: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға