«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауылда йәшәгәндәргә – ташламалы ипотека



18.10.2019 Ауылда йәшәгәндәргә – ташламалы ипотека

2020 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә ауылда йәшәгәндәр өсөн льготалы ипотека булдырыласаҡ. Әлеге көндә ике банк был йүнәлештә эшләй.
«Ауылда эшләгәндәр өсөн ташламалы ипотека алыуға бюджеттан аҡса бүлеү ҡаралды», – тип белдергән РФ ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут. Ипотека 3 процент ставка менән булһа ла , төбәктәр уны 0,1 процентҡа тиклем төшөрә ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ауыл халҡына льготалы ипотека алыу мөмкинлектәрен булдырыу тәҡдимен май айында РФ Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев белдергәйне.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға