«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һатып, аҡса эшләмәкселәр



18.10.2019 Һатып, аҡса эшләмәкселәр

ЦСКА футбол клубында сығыш яһаған алыштырғыһыҙ Бразилия легионеры Марио Фернандесты команда етәкселеге һатырға уйлай.
Улар уйлауынса, үҙ позицияһында уңышлы уйнаған Фернандесҡа хаҡы артып, уны 35 – 40 миллион евроға һатып булыуы мөмкин. Сөнки әгәр эш килеп сыҡҡандай булһа, ул суммаға бер нисә һәйбәт уйнаған футболсыны һатып алыуы мөмкинлеге тыуасаҡ, тип баралар клуб хужалары.
Ул шулай уҡ Рәсәй гражданлығын алып, төп командала үҙ урынын тапты. Улар составында 2017 йылдан уңышлы уйнап, 21 осрашыуҙа ике гол индерҙе. Шуға ла баҫым яһап, ЦСКА командаһы киләсәккә өмөт итә.
Марио Рәсәйгә 2012 йылда килә. Уны әрме етәкселеге 16 миллион евроға йәлеп итә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға