«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә килегеҙ!



18.10.2019 Хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә килегеҙ!

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, "Башҡортостан" дәүләт концерт залы, БР Яҙыусылар союзы, "Табын ырыуҙары берләшмәһе" йәмәғәт ойошмаһы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты тәҡдим итә:

25 октябрҙә күренекле яҙыусы, публицист, драматург, тәржемәсе һәм фольклорсы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм башҡа күп наградаға лайыҡ булыусы Ғәзим Шафиҡовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға бағышланған Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтә.

Сара "Башҡортостан" дәүләт концерт залының Бәләкәй залында 19.00 сәғәттә башлана.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Юлай КӘРИМОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға