«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт теле олимпиадаһында еңеүселәргә вузға ингәндә балдар өҫтәләсәк



18.10.2019 Башҡорт теле олимпиадаһында еңеүселәргә вузға ингәндә балдар өҫтәләсәк

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүселәргә һәм призлы урындар яулаусыларға Башҡортостан вуздарына ингәндә өҫтәмә балдар билдәләнде.
Башҡорт дәүләт университеты еңеүсегә 10 балл, призерға – 7 балл, Өфө дәүләт нефть - техник университеты – 10 балл, призерға – 7 балл, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты еңеүсе менән призерға – 10 балл, Өфө дәүләт авиация- техник университеты еңеүсе менән призерға –7 балл, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты еңеүсе менән призерға – 7 балл, Башҡорт дәүләт медицина университеты еңеүсегә – 3 балл, призерға – 2 балл өҫтәй.
Олимпиаданы Бөтә Рәсәй олимпиадаһы һәм конкурстары исемлегенә индереү башҡорт теленең мәртәбәһен тағы арттыра.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Юлай Кәримов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға