«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нуғайҙа мәргән уҡсылар ярышты



18.10.2019 Нуғайҙа мәргән уҡсылар ярышты

Нуғайҙа мәргән уҡсылар ярыштыҒәфүр Рахманғолов хәбәр итә:

- Был шаршамбыла, 16 октябрҙә Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында (халыҡ телендә Ҙур Нуғай тип йөрөтөлә) Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған "Мәргән уҡсы" район турниры үтте.

Был ярыш "Айыҡ ауыл-2019" республика конкурсына ярашлы үтте. Уны Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, муниципаль район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ойошторҙо. Үҙ көстәрен тикшереп ҡарарға Арҡайым, Ниғәмәт, Байым, Икенсе Эткол, Түбәнге Яйыҡбай, Таулыҡай, Әхмәр, Темәс ауылдарынан, шулай уҡ Баймаҡ, Сибай һәм күрше өлкәләге Магнитогорск ҡалаларынан да килделәр.

Сара дини йолаларыбыҙҙы һаҡлап, Үрге Яйыҡбайҙың "Әл-Фатиха" мәсетендә аят уҡыуҙан башланды. Унда ауылдың тарихы, һуңғы йылдарҙа башҡарылған йәмәғәт эштәре, киләсәктә ниндәй маҡсаттар менән яныуҙары тураһында ҡыҫҡаса таныштырып үттеләр.

Килгән ҡунактар мәсет баҡсаһында "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылып, ағас ултыртты.Сауаплы эш башҡарғандан һуң уҡсылар ярыш урынына күсте.

Уҡ атыу бәйгеһе бик ҡыҙыу барҙы. Бигерәк тә 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында көсөргәнешле булды. Үҙҙәренең оҫта уҡ атыуҙары менән тамашаны хайран ҡалдырҙылар.

Ярыштың һөҙөмтәләренә килгәндә 17 йәшкә тиклемге малайҙар араһында Сибай ҡалаһынан Латыпов Рәил бик юғары мәрәйҙәр йыйып 1 урынды алды (200-ҙән 72 мәрәй). Шул уҡ йәш айырмаһында ҡыҙҙар араһында:
1. Әбдисова Физәлиә (Әхмәр ауылы)-76 мәрәй;
2. Хәсәнова Йәнгүзәл (Әхмәр ауылы)-56 мәрәй;
3. Кәримова Азалия (Баймаҡ ҡалаһы)-49 мәрәй.

18 йәштән өлкән ир-егеттәр араһында:
1. Рахманғолов Ғәфүр (Үрге Яйыҡбай ауылы)-105 мәрәй;
2. Өмөтбаев Әхәт (Әхмәр ауылы)-71 мәрәй;
3. Мәжитов Әхиәр (Ниғәмәт ауылы)-59 мәрәй.

Шул йәш айырмаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1. Латыпова Резеда (Сибай ҡалаһы)-50 мәрәй;
2. Йәғәфәрова Альбина (Магнитогорск ҡалаһы)-30 мәрәй;
3. Рахманғолова Сәғиҙә (Үрге Яйыҡбай)-24 мәрәй.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Вәкил улы Ишембәтов ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡотланы һәм киләһе номинацияларҙа еңеүселәрҙе тәбрикләне:
- "Иң оло ҡатнашыусы" - Таулыҡай ауылынан 64 йәшлек Ҡоланбаева Рита;
- "Иң кесе ҡатнашыусы" - Әхмәр ауылынан 8 йәшлек Хәсәнова Зөбәржәт;
- "Иң әүҙем ҡатнашыусы" - Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Әмиров Азат;
- "Еңеүгә ынтылыш" номинацияһында Баймаҡ ҡалаһынан Сафин Рөстәм.

Еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға